Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында ведомство-ара бәйләнештәр камиллаша. Бөгөн Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ошо йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнө. Өлкән быуын вәкилдәренә, инвалидтарға медицина һәм социаль ярҙам күрһәтеүҙә уңайлы шарттар тыуҙырыла. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Ирина Пашкевич ярты йыл эсендә гөлдәй шиңә. Һигеҙ ай элек ул баҡсала эшләгәндә ҡапыл хәлһеҙләнеп, йығыла, ауыр тән йәрәхәттәре ала. Умыртҡа һөйәге, арҡа мейеһе имгәнгән. Медицина тикшеренеүҙәренән һуң табиптар микроинсульт булыуын да билдәләй. Быға тиклем йүгереп йөрөгән ҡатын хәҙер атлау, ултырыу түгел, бер стакан һыуҙы ла күтәрә алмай. Шуға күрә көнөнә ике тапҡыр килгән социаль хеҙмәткәрҙе ул үҙ ҡулдары, аяҡтарылай күрә. «Иғтибар булмаһа, йәшәүгә көс тә ҡалмаҫ ине»,-тигән ҡарашта.
Ирина Владимировнаға аяҡҡа баҫыу өсөн оҙайлы реабилитация талап ителә. Әлегә ҡан баҫымы юғары, шуға күрә ул физик күнекмәләр башҡара алмай. Яңыраҡ ҡатын инвалидлыҡ алыу өсөн медицина комиссияһын үткән. Табиптарҙы өйгә саҡыртыуҙа, тейешле документтарҙы туплауҙа социаль хеҙмәткәр ярҙам күрһәтә.
Елена Высотина социаль хеҙмәтләндереү йүнәлешендә беренсе йыл эшләй. Уның ҡарамағында ун алты кеше. Үҙе медицина ярҙамы күрһәтә алмаһа ла, хәҙер табиптар менән аҙ мобилле граждандар араһында күпер булараҡ һөнәри бурысын башҡара. Дарыу тәьминәте булһынмы, башҡа һорауҙармы – опекалағы кеше өсөн алдан яҙылып поликлиникала ҡабул ителә.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә сираттағы килешеү төҙөп, ведомство-ара бәйләнештәрҙе камиллаштырҙы. Ауыр сирлеләргә иғтибар арта. Өй шарттарында тейешле медицина процедуралары үткәреләсәк.
Республикалағы психоневрология интернаттары, ҡарттар, инвалидтар йорттары менән дә ошондай килешеүҙәр төҙөләсәк. Был учреждениеларҙа опекала булғандарға кәмендә өс айға бер медицина тикшереүҙәре ойошторола башлай. Паллиатив ярҙамға мохтаждарҙы ваҡытында асыҡлау бурысы ҡуйылған. Шулай уҡ дауаханаға эләгеүселәр булһа, уларҙы ҡарау буйынса ла киҫкен мәсьәлә хәл ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина.