Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ошо мәсьәлә ҡаралды. “Йыл дауамында ике тапҡыр эскән килеш руль артына ултырған йәки аварияға эләккән водителдең машинаһы конфискациялана”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Спикер фекеренсә, был сара иҫерек автоһәүәҫкәрҙәр ҡатнашлығындағы юл ҡазаларын кәметергә булышлыҡ итә һәм яҡшы иҫкәртеү сараһы була. Башҡортостан парламенты депутаты Руфина Шаһапова машиналарҙы тартыу алыуға ҡаршы булыуы хаҡында белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәйҙә һәр һигеҙенсе, туғыҙынсы авария иҫерек водителдәр тарафынан ҡылына. 2018 йылда эскән шоферҙар арҡаһында 4 мең ярым кешенең ғүмере ҡыйылған. Быйыл бындай юл ҡазалары әҙерәк булған. Белгестәр күрһәткестәрҙең яҡшырыуын коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр индерелеү менән аңлата.