Аҡса быйыл йәй 3 йәшкәсә һәм 3 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн булған түләүҙәр өсөн бирелгән ғаризалар буйынса күсерелә. Быға тиклем күрһәтелгән иҫәп ябылған осраҡта ғына яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Владимир Путин Ҙур матбуғат конференцияһында бәләкәй балалары булған бөтә ғаиләләргә яңы йыл алдынан 5 мең һум күсереләсәк тип вәҙәләне. Халыҡ был яңылыҡты нисек ҡабул итте? Хәберсебеҙ фекер белеште.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФинанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 15 миллион самаһы бала 5 мең һум аҡса ала. Был маҡсаттан Хөкүмәттең резерв фондынан 73 миллиард ярым һум аҡса бүлеү планлаштырыла. 2021-2023 йылдарға иҫәпләнгән бюджет тураһындағы законға ярашлы, 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләргә пособие түләү өсөн йыл һайын ярты триллион (0,5 трлн) һум йүнәлтелә. Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында балалар пособиеһы түләүгә бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ойошторола. Тура эфирға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкиле саҡырылған. Бәйләнеш телефоны: 285-77-85. Әңгәмә 18 сәғәт 15 минутта башлана.