Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, составында ҡала биләмәһе булған муниципалитеттар ғына аҡса ала. Программаға 21 муниципалитет инә. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 700 миллион һум бүленә. Киләһе йылда Башҡортостанда шулай уҡ "Уңайлы ҡала мөхите" программаһы ғәмәлгә ашырыла.