Бөгөн был турала ярышты ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Башҡортостандың бөтә райондары ла айыҡлыҡ хәрәкәтенә әүҙем ҡушылған. Мәҫәлән, конкурстың төбәк этабында Баймаҡ һәм Бөрйән райондарының бөтә ауылдары ла ҡатнашҡан.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл байтаҡ район хакимиәттәре приз фонды булдырған. Ейәнсурала – 600, Күгәрсендә – 500, Белоретта – 400 мең һум самаһы аҡса еңеү яулаған ауылдарға бүленә. “Айыҡ ауыл” конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары ултырышы киләһе йылда үтә. 11 февралдән эксперттар ҡатнашлығында ғаилә консультациялары көнө уҙғарыу планлаштырыла.