Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһынан 11 табип һәм шәфҡәт туташы бында коронавирус менән көрәштә ярҙам итә. Медицина белгестәре Камчатка крайы ҡалаларында ковид-госпиталдәрҙә эшләй. Табиптар төркөмө Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үтенесе буйынса булдырылды. Быға тиклем Башҡортостан табиптары Ҡарасәй-Черкесс республикаһы, Амур өлкәһе, Ҡырғыҙстан һәм Абхазияла коронавирус менән көрәштә ярҙам күрһәтте.