Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолава шул турала белдерҙе. Ул ярыштың ойоштороу комитеты ултырышында сығыш яһаны.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында 2 мең 114 ауыл ҡатнашҡан. Республика кимәлендә 54 ауыл ярыша. Уларҙың береһе – Илеш районы Дөмәй ауылы. Ауыл биләмәһе башлығы Руслан Басиков белдереүенсә, ярыш халыҡты берләштергән, яңы башланғыстарға күтәргән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИсемдәр ҙә республика конкурсында ҡатнаша. Был Күгәрсен районындағы ауыл. “Айыҡ ауыл” конкурсы кураторы Фәймә Аҡъюлова әйтеүенсә, пандемия булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ саралар ойоштороу юлын тапҡан.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаған. Мәҫәлән, Нуриман районы Яңы Күл ауылынан бизнесмен Фәнис Мөхәмәтйәнов магазиндарында алкоголь һатыуҙан баш тартҡан. “Айыҡ ауыл” конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында танышырға була.