Башҡортостан мәктәптәрҙә цифрлы белем биреү мөхите булдырыу буйынса илдә беренсе урында килә

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөн онлайн-брифингта шулай тип белдерҙе. 2023 йылғаса 1 меңдән ашыу мәктәптә “Үҫеш нөктәләре” тигән проект тормошҡа ашырыла. Айбулат Хажин әйтеүенсә, был йүнәлештә ауыл мәктәптәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Айбулат Хажин уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны. 2020 йылда коронавирусҡа бәйле сикләү һәм дистанцион белем биреүгә ҡарамаҫтан, сығарылыш класс уҡыусылары яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре уҙған йылдарҙан юғарыраҡ булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт