Борай районында юл осрағы янғын менән тамамланған. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 136-сы километрында 14-се модель «ВАЗ» автомобиле ҡаршы килгән «Ниссан Премьера» менән бәрелешкән.
Һөҙөмтәлә ике автомобиль дә янып киткән. «ВАЗ» водителе дауаханаға оҙатылған, осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Гөлдәриә Йосопова.