«Ҡыҙыл әтәс» бер кемде лә аямай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡыш етеү менән янғындар һаны артты. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында, һәр ауыл биләмәһендә янғын хәүефен иҫкәртеү буйынса рейдтар үтә. Киләһе материал Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан әҙерләнде.

Эскән килеш тәмәке тартыу, электр ҡоролмалары менән һаҡһыҙ ҡулланыу – янғындарҙың төп сәбәбе. Халыҡҡа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еткереү маҡсатында тейешле белгестәр һәр йортҡа инеп, иҫкәртеү яһай.

Профилактик төркөм ағзалары йорттарҙың,мейестәрҙең төҙөклөгөн,йылылыҡ һәм электр селтәрҙәренең тәртиптә булыу‐булмауын тикшерҙе,иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратты. Етешһеҙлектәр асыҡланғанда, йорт хужаларына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларҙан арынырға күрһәтмә бирелде.

«Ҡыҙыл әтәс» бер кемде лә аямай. Алда – оҙайлы яңы йыл байрамдары. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү үҙ мөлкәтегеҙгә һаҡлап ҡалыуға бер аҙым.

Раушания Рәхимова.