Пандемия башланған көндән хә-ефле сирҙән үлем осраҡтары 117-гә етте. Һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 159 яңы осрағы раҫланды, дөйөм статистика 16 мең 944.
Стационарҙарҙа 850 пациентҡа ковид диагнозы ҡуйылған. Уларҙың 60-ы ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына 15 кеше тоташтырылған. Тәүлек эсендә 69 кеше һауыҡҡан. Коронавирус кисереүселәрҙең һаны 13 мең 533 осраҡҡа етте.