Башҡортостан йылдам үҫеш биләмәләренә инвестициялар йәлеп ителә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йыл аҙағына тиклем тағы биш резиденттың теркәлеүе көтөлә, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.

Быйыл йылдам үҫеш биләмәләренә 1 миллиард 700 миллион һум инвестиция һалынған, 800-гә яҡын эш урыны булдырылған. Башҡортостанда әле Күмертау, Бәләбәй, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет ҡалаларында йылдам үҫеш биләмәләре булдырылған.