Тарихта тәүгә ҡатын-ҡыҙҙар араһында шашка буйынса донъя чемпионаты күсерелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әлегә киләһе йылдың яҙына тиклем. Ғәмәлдәге донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина менән Польша спортсыһы Наталия Садовска араһында ярыш 15 декабрҙә башланырға тейеш ине.

Әммә бағыусыларҙың береһе ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Финанс шарттары үтәлмәүгә бәйле матчты үткәрмәй торорға ҡарар ителгән.