Башҡортостанда халыҡты коронавирусҡа ҡаршы прививкалау дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республикаға килтерелгән вакцинаның өсөнсө партияһы 1900 дозанан тора. Препарат әле медицина учреждениеларына таратылған. Ошо көндәрҙә вакцинациялау Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында ла башланды. ГАМ КОВИД ВАК препаратының 30 дозаһы Нефтекама һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына бүленде. Тәүҙә ул табиптарға, уҡытыусыларға һәм социаль хеҙмәткәрҙәргә яһала.

Тиҙҙән вакцинаның сираттағы  партияһы килер тип көтөлә. Прививка план буйынса яһала. Хәүеф төркөмөнә ҡараусыларҙы вакциналау бурысы ҡуйыла.

Илгиз Хатипов, Нефтекама ҡала дауаханаһы бүлеге мөдире

Сибайға ла 30 доза вакцина тура килә. Улар тәү сиратта "ҡыҙыл зона" ла эшләгән табиптарға тәғәйенләнә. Вакцина өс аҙналыҡ ара менән ике тапҡыр ҡаҙала. Иммунитет ике йылға иҫәпләнгән.

План буйынса вакцина тәүҙә инфекция госпиталенең 15 хеҙмәткәренә яһала. 15 дозаны шулай уҡ педагогтарҙа ҡаҙарға иҫәп бар. Яңы вакцина милли прививка календары исемлегенә индерелгән. Йәғни, ул мотлаҡ яһалырға тейешле 13-сө вакцина.

Радик Кейекбаев, табип-эпидемиолог