Аварияға тарыған водитель үҙен үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған табипҡа рәхмәт белдергән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юл-транспорт фажиғәһе бер аҙна элек М-5 федераль трассаһында теркәлә. Еңел автомобилдең бер нисә тапҡыр әйләнеп  руль артындағы ирҙең йөрәге туҡтай. Бәхеткә күрә, ваҡиға шаһиты Илнур Мәсәлимов ҡазаға тарыусыға тәүге медицина ярҙамы күрһәтә. Республика перинаталь үҙәгендә эшләгән табип менән БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.

Был кадрҙар Илнур Мәсәлимовтың автомобилендәге видеотеркәү ҡоролмаһына төшөрөлгән. Унан күренеүенсә, алда барған «Лада Гранта фураны уҙыу өсөн һул яҡ һыҙатҡа сыға. Әммә руль артындағы водитель идара итеү һәләтен юғалта. Шунлыҡтан ул юл ситендәге канауға түңкәрелә.

Фажиғәгә тарыған автомобиль салонында өс кеше була. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡҡан ике пассажир еңелсә тән йәрәхәттәре менән ҡотола. Ә бына водитель башы йәрәхәтләнеп иҫен юғалта. Тәүге булып ярҙамға килеүсе Илнур Мәсәлимов ирҙе үлемдән ҡотҡара. Табип реанимация ярҙамы күрһәтеп туҡтаған йөрәктең ҡайтанан тибә башлыуына булышлыҡ итә.

Йөрәккә массаж яһарға Илнур Мәсәлимов медицина университетында өйрәнә. Юғары уҡыу йортон тамамлаған табип биш йыл дауамында Шишмә үҙәк район дауаханаһына эшләй. Әле ул хеҙмәт юлын  Республика перинаталь үҙәгендә дауам итә. Уның ҡазаға тарыусыға тәүге булып ярҙамға ашығыуы бер ҙә осраҡлы түгел, ти Илнурҙың коллегалары. Сөнки ул һөнәренә яуаплы ҡараған табип.

Әйткәндәй, ҡазаға тарыған ир әле 21-се дауаханала ята. Ошо көндәрҙә ул  «Бәйләнештә» селтәрендә  үҙен үлемдән ҡотҡарған табипҡа оло рәхмәтен белдергән.

Илдар Байбулатов.