Янғындарҙы булдырмау өсөн уны иҫкәртеү мөһим

Your browser doesn't support HTML5 video.

Профилактик саралар барышында ут сығыу осраҡтарын кәметеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн аңлатыу эштәре алып барыла. Өфө ҡалаһының Нуғай ауылында ла шәхси йорттарҙа йәшәгән граждандарға профилактик рейдтар даими үткәрелә. Өфө ҡалаһы янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм янғын һүндереселәр идаралығы менән берлектә ойошторолған рейд хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

  Нуғай ҡасабаһында йәшәгән халыҡҡа тәүлегенә өс тапҡыр:көндөҙ беренсе яртыла, сәғәт дүрттә һәм киске һигеҙенсе яртыла янғын хәүефһеҙлеген теүәл үтәү, көтмәгәндә янғын сыҡҡан осраҡта үҙеңде нисек тоторға, ниндәй телефон һандарын йыйырға кәрәклеге хаҡында иғлан еткерелә.

 Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа булған янғын һүндереүселәр үҙ сменаһанан һуң йорттарына ҡайтырға ашыҡмай. Иртә таңдан шәхси сектор буйлап аңлатыу эштәре алып бара.

Әңгәмә барышында күпселек  йорттарҙа әлегә тиклем бәләкәй сиреналар ҡуйылмағанлығы асыҡланды.Вәсимә Әсҡәт ҡыҙы Нуғай ҡасабаһында дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмер итә. Уның мал аҙбарына ғына бәләкәй сирена беркетелгән, ә торлағында юҡ. Янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары был етешеһеҙлекте бөтөрөргә ҡушты.

Яңы йыл байрамдарында халыҡ күпләп мунса яғасаҡ. Был осраҡта инспекторҙар мейес ҡапҡасы алдындағы иҙәндәрҙең махсус ҡалай менән ябылыуын, төтөн юлдарында һауа йөрөүен һәм утындан һуң ҡалған көлдө нисек ҡапларға кәрәклеген тикшерҙе. Трофимовтарҙың йортонда ла янғынға ҡаршы сирена булмай сыҡты. Инспекторҙар хужаларға иҫкәрмә яҙып, әңгәмәләшкәндән һуң етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү хаҡында ҡултамға алды.

Ҡышҡыһын йорттарҙы йылытыу өсөн электр приборҙарын ҡулланыусы  граждандарға линиялағы ҡыҫҡа ялғанышҡа  юл ҡуймауҙарын, балаларҙы тоҡандырылған электр приборҙары янында ҡарауһыҙ ҡалдырмауҙарын иҫкәртеп рейдтар үткәрелә.

Шәхси йорттарҙа йәшәүселәргә янғын хеүефһеҙлеге нормаларын үтәү, электр селтәрҙәре һәм приборҙарын, мейестәрҙе дөрөҫ файҙалананыу хаҡында әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Был саралар аша халыҡҡа хәүефһеҙлек хаҡында аңлатыу эштәре алып барабыҙ.

Радмир Кәримов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса иҫкәртеү һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең әйҙәүсе инженеры

Йыл башынан республикала 11 меңдән ашыу янғын теркәлгән, утта 244 кешенең ғүмере өҙөлгән, 236 -кеше ауыр тән йәрәхәттәре алған. Күрһәткестәр үткән йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Иҫкәртеү саралары ваҡытында ҡулланылһа, үлемесле ораҡтар күңелһеҙ статистиканы тулыландырмаҫ та ине.

Иң ышаныслы сара-йорттарҙы янғын хаҡында иҫкәртеүсе ҡорамал менән йыһазландырыу. Ошо бәләкәй сирена ярҙамында ғына республикала 486 кеше ҡотҡарылған. Бындай бәләкәй сиреналар һәр йортта ҡуйылырға тейеш, тип иҫкәртә янғын һүндереүселәр.

Гүзәл Борханова.