Башҡортостан Ҡыш бабайы резиденцияһында ҡунаҡтар ҡабул ителә башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Торатау» геопаркында урынлашҡан мөғжизә илендә малай-ҡыҙҙар бүләктәр алып, әүҙем ял сәғәттәрен үткәрҙе. Ҡыш бабайҙың республикалағы берҙән-бер резиденцияһы ишектәре 20 ғинуарға тиклем асыҡ буласаҡ. Уны БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барып күрҙе.

Йылдың иң тылсымлы көндәре – Яңы йыл байрамын көтөп алған кескәйҙәр ниһайәт, башҡорт Ҡыш бабайының резиденцияһында ҡунаҡта. Әкиәт тирмәһендә малай-ҡыҙҙар шиғыр һөйләп, йырлап-бейеп Ҡыш бабайҙы хайран ҡалдырырға тырыша. Улар үҙ теләктәрен хатҡа яҙып бала саҡ хыялдарының тормошҡа ашасағына өмөтләнә. Бының өсөн ойоштороусылар, ата-әсәйҙәр ҙә көс һала.

Торатау итәгендә урынлашҡан Ҡыш бабай резиденцияһында кескәйҙәрҙе ҡотлауҙан тыш, өлкәндәр өсөн дә ял программаһы ҡаралған. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар атта егелгән санала, ҡарғиҙәрҙә йөрөй ала. Яңы йыл байрамдарына бында уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу күҙаллана.

Ҡыш бабай тирмәһе асылған көндө үк  65 бала хатта яҙылған бүләктәрен алып ҡыуанды. Байрам осоронда ла резиденция ишектәре асыҡ буласаҡ. Коммерция нигеҙендә ойошторолған хеҙмәттәр менән файҙаланыу өсөн геопарктың сайтында алдан яҙылыу талап ителә.

Ҡунаҡтар өсөн кафе асыҡ, йәшәү өсөн эко-ҡунаҡһана бар. Бөгөндән үк  һырғалаҡ эшләй башлайбыҙ. Квадроцикл, ҡарғиҙәрҙән тыш, һауа шарттары рөхсәт иткәндә паропланда осорға мөмкин буласаҡ. Күңел асыу саралары көндән-көн киңәйтелә.

Екатерина Кириллова, «Торатау» геопаркының йәмәғәт бәйләнеше бүлеге хеҙмәткәре

Ял итеүселәргә өҫтәмә сәфәрҙәр тәҡдим ителә. Геопарк резиденттары «Еҙем буйлап атлы тур», «Санала Мәмбәткә», «Изге шишмәләр» кеүек ҡышҡы турҙар тәҡдим итмәксе. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡунаҡтарҙы 20 ғинуарға тиклем көтөп ҡала.

Флорида Ким.