Стәрлетамаҡтан һуң федераль ҡунаҡтар Башҡортостан башлығы оҙатыуында Өфөләге Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Халыҡҡа оператив консультациялар биреү маҡсатында ойошторолған колл-үҙәк ай самаһы элек эшләй башлағайны. Ошо ваҡыт эсендә халыҡтан 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Кешеләр үҙәккә тәүге шылтыратыуҙан уҡ эләгә ала. Быға Федерация Советы комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский үҙе шаһит булды.
Сенаторҙың шылтыратыуына оператор Екатерина Белякова яуап бирҙе. Көн һайын Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәре йөҙҙәрсә мөрәжәғәт ҡабул итә. Үҙәкте етәкләүсе билдәле табип һәм депутат Римма Үтәшева әйтеүенсә, ойошма көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Белгестәр коронавирустан дауаланыу, дарыуҙар алыу, анализдар биреү, компьютер томографияһы үтеү йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ документы алыу һымаҡ көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә.
Үҙәктең тотҡарлыҡһыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн операторҙар сменаға бүленеп эшләй. Һәр төркөмдә 75 кеше. Операторҙар өсөн яуаплы белгестәр, йәғни тим-лидерҙар ҙа билдәләнгән. Улар билдәләүенсә, һуңғы көндәрҙә мөрәжәғәт итеүселәрҙең кәмей барыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, шәмбе 300 шылтыратыу ҡабул ителгән.
Илдар Байбулатов.