Әбйәлил районындағы янғын осрағы буйынса тағы бер енәйәт эше

Your browser doesn't support HTML5 video.

Әбйәлил районы Ишбулды ауылындағы ҡарттар йортондағы янғын осрағын тикшереү барышында эшкә яуапһыҙ ҡараш осрағы буйынса яңы енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Тәфтиш комитеты идаралығының Белорет район-ара бүлеге төрлө кимәлдәге хеҙмәткәрҙәр вазифаларын еренә еткереп башҡармауы һөҙөмтәһендә янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлдө тигән фаразды ҡарай. Тәфтишселәр фекеренсә, урындағы үҙидаралыҡ органдарының яуаплы хеҙмәткәрҙәре һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре халыҡҡа социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаға тейешле иғтибар биреп еткермәгән.

Һөҙөмтәлә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән шарттарҙа эшләп килгән "мәрхәмәтлек йортонда янғын сығып 11 кешенең ғүмере өҙөлгән. Тәфтишселәр әле документтарҙы тикшерә. Енәйәт эшен асыҡлау барышында барлыҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.