Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депуттары бөгөн ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Парламентарийҙар ултырышында иҫерек водителдәргә ҡарата язаны көсәйтеү, Башҡортостандың алдағы өс йылға бюджетын планлаштырыу менән бәйле закон проекттары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 29-сы ултырышы бер минут тынлыҡтан һуң асылды. Депутаттар Әбйәлил районындағы ҡарттар йортонда теркәлгән янғындан һуң төбәктә ошо йүнәлештә эшләгән учреждениелар күҙәтеү аҫтына алынырға тейеш тип билдәләне. Шулай уҡ һуңғы арала үлем осраҡтары даими ҡабатланған юл фажиғәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, автоһәләкәттәрҙе кәметеү буйынса тәҡдимдәр ҡаралды. Депутаттар иҫкәртеүҙе аңламаған иҫерек водителдең машинаһы конфискацияланырға тейеш тип тауыш бирҙе.
Башҡортостан парламенты киләһе йылға республика бюджеты тураһындағы законды ла ҡабул итте. Дәүләт ҡаҙнаһындағы финанстар пандемия менән бәйле барлыҡҡа килгән иҡтисади ҡатмарлыҡтарҙы иҫәпкә алып ойошторола.
Быйыл иҡтисадҡа ҡағылышлы байтаҡ тармаҡтар зыян күреүгә ҡарамаҫтан, социаль өлкәгә сығымдарҙы арттырыу, уртаса хеҙмәт хаҡын күтәреү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә ҡала. Башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль бюджет сығанаҡтарына баҫым яһау күҙаллана.
Республика бюджетын планлаштырыу һәм иҫерек водителдәр менән бәйле үҙгәрештәр Дәүләт Думаһына раҫлауға ебәреләсәк. Шулай уҡ Башҡортостанда күсмә зоопарктар эшмәкәрлеген туҡтатыу бурысы ла ҡуйыла. Ултырышта хайуандар һәм йәнлектәр хәүефһеҙ стационар шарттарҙа йәшәргә тейеш тип тауыш бирелде. Ҡоролтай депутаттары ултырышында 50-нән ашыу закон проекты ҡаралды.
Флорида Ким.