Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, был өлкәлә ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү депутаттарҙың яуаплылығын арттыра. Закон боҙоу осраҡтарын махсус комиссия тикшерә. Хата өсөн депутатҡа киҫәтеү яһалыуы йә парламент ағзаһы вазифаһынан бушатылыуы мөмкин.