Сибайҙар - еңеүсе

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ике ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды. “Башҡорт йыры” вокал бәйгеһендә гран-приға Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Әлфир Заманов лайыҡ булды. “Сибай ынйылары” фольклор ансамбле иһә “Байыҡ” хореография конкурсында  еңеүсе тип табылды. Тағы бер коллектив – “Ынйыҡай” бейеү студияһында шөғөлләнеүселәр бәйге лауреаттары булды.