Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары төҙөлөшө мәсьәләһе ҡаралды. Балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты буйынса төҙөлә. План буйынса быйыл 24 объект файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Бының өсөн 4 миллиард 125 миллион һум бүленде. Әммә подрядсы ойошма ғәйебе арҡаһында ете объект һаман төҙөлөп бөтмәгән. Балалар баҡсаһы киләһе йылда эшләй башлай.