Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа подъезд ремонтының сифаты баһаланды

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ булды. Республика программаһы буйынса ремонтланған 8 ҡала һәм райондағы 71 күп фатирлы йортта етешһеҙлектәр асыҡланған. Буяу һәм штукатурка аҡтарылған, диуар һәм түшәмдә ярыҡтар барлыҡҡа килгән, элемтә сымдары дөрөҫ һуҙылмаған, шулай уҡ вандализм осраҡтары булған. 59 йортта етешһеҙлектәр бөтөрөлгән, ҡалған 12 йортта ремонтты киләһе йылдың 1 июненә тиклем тамамлау планлаштырылған.