Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның дүртенсе партияһы килтерелде

Препарат ҡала һәм райондарға бүленгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, йыл аҙағына тиклем вакцинаның тағы бер ҙур партияһы көтөлә. Ведомство башлығы бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 159 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған. Пандемия башланғандан алып, хәүефле вирусты йоҡтороусылар һаны 17 мең 419-ға етте.