Республика Башлығы “Теләк шыршыһы” хәйриә акцияһында ҡатнашты. Радий Хәбиров “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған Яңы йыл шыршыһынан теләк яҙылған өс уйынсыҡты алды. Уның береһе – Ишембайҙан Татьяна Буланкинаны ине. Хаҡлы ялдағы ханым ҙур экранлы планшет һораған. Ошо көндәрҙә бүләктә уның өйөнә алып килеп бирҙеләр. “Теләк шыршыһы” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында беҙҙең республиканан 500 теләк ҡабул ителгән.