Суперлигала ир-егеттәр командалары араһында чемпионат барышында “Урал” һәм “Кузбасс” араһында осрашыу үтә. Уйын бер нисә минут элек башланды. Уны Өфө клубы сайтында ҡарарға була. Быға тиклем чемпионат барышында командалар октябрҙә Кемеровта уйнаны. Унда майҙан хужалары көслөрәк булды. Әле турнир теҙмәһендә “Урал” – 8-се, “Кузбасс” 2-се урында килә.