Башҡортостан башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһе быйыл булмай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пандемияға бәйле, стратегик документ менән таныштырыу билдәһеҙ срокҡа күсерелә. Был турала Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Онлайн форматта уҙған һөйләшеүҙә шулай уҡ Әбйәлилдәге янғын буйынса тикшереү һөҙөмтәләре, подъездарҙы төҙөкләндереү сифаты, полилингваль мәктәптәр селтәрен булдырыу, яңы йыл байрамында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хаҡында һүҙ барҙы. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда барлыҡ шәхси пансионаттар тикшереләсәк. Әбйәлилдәге янғын һәм ҡарттар йортонда 11 кешенең ғүмере өҙөлөүе был системалағы закон боҙоуҙар хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров хәүеф төркөмөнә ҡараған учреждениеларҙы асыҡларға һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән бергә тейешле саралар күрергә ҡушты.

Тағы бер проблема-һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡағыла. Ул медицина кадрҙарының ситкә китеүе менән бәйле. 11 айҙа ғына 2 меңдән ашыу белгес эштән бушатылған. Радий Хәбиров был хәлде контролгә алырға ҡушты. Шулай уҡ яңы йыл байрамына дарыуҙар запасы, палаталар әҙерләү талап ителә, тине Республика башлығы. Кәңәшмәлә күптән түгел асылған Ситуация үҙәгенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге лә билдәләнде. Уның тәжрибәһен тотош илгән таратыу күҙаллана.

Киләсәктә полилингваль мәктәптәр эргәһендә ошондай уҡ балалар баҡсалары ла төҙөү ҡарала. Бынан тыш, күп телле белем усаҡтарын Өфөнән тыш Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Баймаҡта һәм Хәйбулла районында асыу күҙаллана. Ҡайһы бер мәктәптәр эргәһендә ятаҡ төҙөү мөмкинлеге лә ҡарала.

Радий Хәбиров милли проекттар һәм республика программалары сиктәрендә төҙөлгән социаль һәм инфраструктура объекттарын ваҡытында сафҡа индереү бурысын да ҡуйҙы. Ә подъездарҙы ремонтлау программаһына килгәндә 8 муниципаль берәмектәге күп ҡатлы 71 йортта етешһеҙлектәр асыҡланған. Подрядсы ойошмаларға уларҙы бөтөрөү бурысы ҡуйылған. Оператив кәңәшәмлә яңы йыл байрамдарын хәүефһеҙ итеп уҙғарыу хаҡында ла һүҙ барҙы.

Байрам алдынан хаҡтарҙы күтәреү ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Республика башлығы Хөкүмәткә социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙәтеү һәм көйләү бурысын йөкмәтте. Бөгөн үк хаҡтар сәйсәте буйынса эксперт комиссияһының кәңәшмәһе лә уҙасаҡ.

Рәмзиә Кәримова.