Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы диагнозы тағы ла 159 кешегә ҡуйылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы диагнозы тағы ла 159 кешегә ҡуйылған. Пандемия башланған осорҙан республикала Ковид-19 вирусы йоҡтороусылар 17 419 кешегә етте.

Бөгөн стационарҙарҙа 832 кеше дауалана. 59 пациент ауыр хәлдә, уларҙың 14-е тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 2750 кеше амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә яңы инфекциянан 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 4 кеше һауығып сыҡҡан.