Нефтекама ҡала дауаханаһына быйыл 63 табип эшкә урынлашҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн медицина учреждениеһына участка педиатры, акушер-гинеколог, анестезиолог кеүек белгестәр талап ителә. Тиҫтәләп табипты йәлеп итеүҙең уңыш нигеҙе ҡала дауаханаһының заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылыуына бәйле.

Мәҫәлән, күптән түгел учреждение «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, юғары технологиялы магнит-резонанс томографияһына эйә булған. Диагностика системаһының камиллашыуы сирҙе ваҡытында асыҡлау мөмкинлеген бирә.

Азат Ғәлиуллин.