Республика Башлығы указына ярашлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, генерал Миңлеғәли Шайморатов орденының беренсе кавалеры исеме Өфөнөң 160-сы лицейына бирелә. Баш ҡалалағы Гвардия скверы ла Мөғин Нагаев исемен йөрөтә. Ветеран йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. Яугирҙың тыуған яғы – Йәрмәкәй районы Һыуыҡкүл ауылы мәктәбендә лә таҡтаташ урынлаштырыла, ауылдағы Дан аллеяһы Мөғин Нагаев исемен йөрөтә. Ветеран 102 йәшендә уҙған аҙнала вафат булды.