Ул 800 мең һум урлауҙа ғәйепләнә. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, өс йыл дауамында етәксе ханым ялған бланктар эшләгән, шулай уҡ кассанан аҡса алған һәм почта аша ебәрелгән тауарҙы урлаған. Хәҙер инде элекке етәксе 700 мең һумды кире ҡайтарған. Енәйәт эше судта ҡарала.