1 ғинуарҙа бөтә район һәм ҡалаларҙа үҙәк стадиондарҙа скандинав атлауы буйынса фестиваль үтә. Ул Башҡортса йөрөш көнө тип атала. Сарала ҡатнашыусыларға 2021 метр араны үтергә кәрәк. Бынан тыш, 1 ғинуарҙа республикала “Вәғәҙәләр йүгереүе” тигән спорт фестивале ойошторола. Унда ҡатнашыусыларға үҙенә вәғәҙә биреп 2021 метр араны йүгереп үтергә кәрәк.