Бөгөн Республика башлығы "Башкирэнерго" йәмғиәтенең Ҡала электр селтәрҙәре менән идара итеү үҙәгендә булды, алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан - илдең алдынғы энергетика үҙәктәренең береһе. 5 мең ярым мегаватт энергия етештерелә, электр сымдары 13 мең километрға һуҙылған. Ҡатмарлы шарттарҙа йәшәһәк тә, үҫеш юлындабыҙ. Көсөргәнешле, намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, тине Радий Хәбиров. Бөгөн Республикала 36 мең энергетик һөнәри байрамын билдәләй.