Башҡортостандың 2010 йылда алған кредитын түләү ваҡыты кисектерелде

Ун йыл элек ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн федераль ҡаҙнанан 3 миллиард һум бүленгәйне. Башҡортостан был аҡсаны 2023 йылдан ҡайтара башларға тейеш ине, әммә өҫтәмә килешеү төҙөлдө. Түләүҙәр 2025 йылдан башлана һәм 2034 йылға тиклем ҡайтарып бөтөрөлөргә тейеш. Ваҡыт үтеү менән инфляция арҡаһында реаль бурыс суммаһы кәмей, был төбәк бюджетына ҙур ярҙам, тип белдерҙе Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев.