Уҡытыусылар өсөн отчеттар кәмей

Мәғариф министрлығы һәм  Мәғариф  өлкәһен күҙәтеү хеҙмәте педагогтар  өсөн бюрократик  эште кәметеү тураһында документ әҙерләгән. Уға ярашлы, мәктәптәрҙә мотлаҡ документация - төп белем биреү программаһы, класс журналы, өҫтәмә белем биреү журналы һәм уҡыусыларҙың шәхси эше материалдары менән сикләнә. Уларҙан башҡа отчеттар өсөн уҡытыусы, йә класс етәксеһе яуаплы булмай, тип яҙылған документта.