Өфө баскетболсылары көйәрмәндәр алдында сығыш яһай ала

Бөгөн “Уфимец” клубы быйылғы аҙаҡҡы уйынын үткәрә. Өфөгә Новосибирск баксетболсылары килә. Уйынға 10 процент тамашасыларҙы индерергә рөхсәт ителгән. Суперлиганың беренсе дивизионы турнир теҙмәһендә командалар йәнәш урынлашҡан- 7-8-се урындарҙы бүлешә.