“Әлшәй-ит” комбинатын етди реконструкция көтә

Предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектында ҡатнашып, етештереүҙе киңәйтергә, экспортҡа сығырға һәм хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ниәтләй. Комбинат йыл һайын 5 мең ярым тонна ит һәм 228 тонна колбаса ризығы етештерә.