Энергетиктар көнөнә – яңы предприятие

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө районында электротехник корпустар етештерелә башланы. Республика башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында заводты асыу тантанаһында ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект 2018 йылдың ноябрендә тәүгеләрҙән булып төбәктең инвестиция комитеты тарафынан хупланғайны. Заманса комплекс төҙөлөшөнә 650 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Шулай уҡ бөгөн Башҡортостан башлығы энергетика тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ҡорос таҫманан электротехник шкафтар, мәғлүмәт һаҡлау һәм эшкәртеү корпустарына деталдәр яһала. Өфө районы Зубов ауылында яңы предприятие сафҡа индерелде. Һигеҙ мең квадрат метр майҙанда тулы циклдағы производство булдырылған. Етештерелгән продукцияға ихтыяж юғары булыуы билдәле. Ул сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә ҡулланыла.

Компанияла хеҙмәткәрҙәр һанын ике йөҙгә еткереү планлаштырылған, әле цехтарҙа 24 кеше эшләй. Төп маҡсат производство ҡеүәттәрен арттырып, Рәсәй баҙарына сығыу. Башҡортостанда етештерелгән электротехник ҡорамалдар сифат менән алдырыр тип көтөлә.

Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы ҡаҙаныштары менән дә танышты. 2013 йылдан алып предприятиела Смарт Грид проекты тормошҡа ашырыла. Реконструкцияға инвестициялар күләме - дүрт миллиард һумға еткән. Быға тиклем Өфөлә авариялар булһа, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау өсөн айырым бригада ебәреү талап ителһә, хәҙер селтәрҙәр менән идара итеү үҙәгендә дистанцион форматта эш алып барыла. 

Барлыҡ селтәрҙәр һанлаштырылып, ҡорамалдырҙың 25 процент яңыртылды. Һөҙөмтәлә ышаныслы эш процессы ойошторолдо, хәҙер авария осраҡтарында система зыян күргән участканы асыҡлап, электр тәьминәтен үҙ аллы тергеҙә.

Сергей Гурин, Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының идара рәйесе

Энергетика тармағы белгестәренең  һөнәри байрамдары уңайынан Республика башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләп, дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостанда электр тәьминәте өсөн яуаплы компанияларҙың эше лә юғары баһаланды.

Тантанаға энергетика тармағы ветерандары ла саҡырылғайны. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте Почет грамоталары менән билдәләнде, шулай уҡ дүрт кеше хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы исемен йөрөтә.

Республика башлығы энергетика уңышлы иҡтисад нигеҙе булыуын билдәләп, тарихи ваҡиғаларға ла туҡталды. Теүәл йөҙ йыл элек 22 декабрҙә Рәсәйҙә электрификация буйынса дәүләт комиссияһының генераль планы ҡабул ителгән. Һуғыш, аслыҡ йылдары булыуға ҡарамаҫтан, совет дәүләте етәкселеге алдан күреп, яҡты киләсәккә ынтылған. Тармаҡ үҫеше бөгөн дә ышаныслы ҡулдарҙа.

Гөлназ Хәйбуллина.