Малай-ҡыҙҙарҙың кәйефен күтәрергә теләгән хәрбиҙәр быйыл артистарға мөрәжәғәт итмәй үҙҙәре әкиәт геройҙарына әйләнә. Ҡыш бабай ҡотлауҙарын балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыуанып ҡабул итә. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, «Рәсәй гвардияһы» хеҙмәткәрҙәре малай-ҡыҙҙарҙы уйын майҙансыҡтарында, парк һәм скверҙарҙа ҡотлай. Көн һайын ике тиҫтәләп ғаиләгә байрам кәйефен еткереү күҙаллана.
Флорида Ким.