Туймазы уҡыусылары ҡуртымға алынған бинала белем ала

Your browser doesn't support HTML5 video.

2018 йылда ҡаланың 5-се мәктәбе ремонтҡа ябылып, яңыртылғандан һуң, бер айҙан файҙаланыуға тапшырылырға тейеш була. Әммә, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала. Ата-әсәләр әлеге учреждениеның уҡыусыларға алыҫ булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Өҫтәүенә, бина насар йылытыла. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Термометр бағанаһы нисек кенә түбән булмаһын, дәрес программаһынан ҡалып булмай. Һыуыҡҡа түҙгәндәре мәктәп формаһында, ә күптәре ҡалын кейемдәрҙә дәрес үҙләштерә. Мәғариф системаһының тейешле нормативтарына тап килмәүен мәктәп етәкселеге яҡшы белә. Белгестәр ҙә бер нисә ҡабат килеп ураған. Сәбәбен улар бинаның, йылылыҡ селтәрҙәренең иҫкереүендә күрә.

Әйткәндәй, был проблеманың береһе генә. Асыҡланыуынса, 5-се мәктәп ҡуртымға алынған индустрия колледжына күсерелгән.

2018 йылдан мәктәп ремонтҡа ябылыу сәбәпле, уҡыусылар ике төркөмгә бүленә. Берәүҙәр колледжға, икенселәр уның эргәһендәге 9-сы мәктәпкә күсерелә. Ашхана ике мәғариф учреждениеһы өсөн дә уртаҡ. Төшкө ашҡа балаларға урап йөрөргә тура килә.

Район хакимиәте быны объектта эш оҙаҡҡа һуҙылыуына бәйләй. Шуға ла  яҡтар араһындағы килешеүҙе өҙөргә тура килә. Әле яңы подрядсы ойошмаға аукцион иғлан ителгән. Яңыртылған мәктәп 500 урынға иҫәпләнгән Эште дауам итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Бығаса бер-нисә тапҡыр үҙгәртелгән паспорт объекты датаһында йәнә үҙгәрештәр көтөлә. Эш ҡасан башланып, ҡасан тамамланасағы билдәһеҙ. Туймазы районы хакимиәте, ике йыл тип белдерә.

Азат Ғәлиуллин.