Балға экспресс – анализ

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бындай мөмкинлек Башҡортостанға Бөйөк Британиянан тәүге анализатор ҡайтарылғандан һуң барлыҡҡа килде. Быға тиклем экспресс-анализдар Мәскәүҙә, Англия, Германия, Канада кеүек илдәрҙә генә башҡарылған.

Заманса прибор ярҙамында бал өлгөһөнә ни бары ике сәғәт эсендә анализ яһарға мөмкин. Был тикшереүҙәрҙе шулай уҡ ит, бойҙай, һөт продукцияларында ла үткәрергә була. Яңы ҡорамалды Бөйөк Британия ғалимдары уйлап тапҡан.

Биочиптар ярҙамында балдағы антибиотиктарҙың миҡдарын асыҡларға мөмкин. Яңы анализатор кисә генә ҡулланыла башлаған. Реагенттар, дозаторҙар менән эшләү өсөн белгестәр махсус курс тамамлаған. Техниканың һуңғы ҡаҙаныштарын ҡулланып яһалған ҡорамал республикаға Өфөлә 2022 йылда үтәсәк «Апимондия» конгресына әҙерлек сиктәрендә алынған.

Гүзәл Борханова.