Быйыл республикала «Агростартап» программаһы буйынса фермер хужалыҡтары һәм кооперацияларға 266 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Ишембай районынан Фәнис Зөбәйеров та грант отоп, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә техника һатып алған, быуаларҙы төҙөкләндергән. Яңы эш башлаған йүнселдең киләсәккә пландары хаҡында киләһе яҙмала.
Фәнис Зөбәйеров былтыр Ишембай районы Верхотор ауылында урынлашҡан балыҡсылыҡ хужалығын тергеҙә башлай. 28 гектар ерҙе ҡуртымға алып, ун быуаны, гидротехник ҡоролмалаларҙы төҙөкләндерә. Балыҡ үрсететергә тотона.
Йүнсел быйыл инкубация эштәренең уңышлы үтеүен билдәләй. 60 мең һаҙан селбәрәһе алынған. Шулай уҡ ҡармаҡҡа алты тонна балыҡ эләккән.
Хужалыҡтың «Агростартап» программаһында ҡатнашыу тәжрибәһе бар. Быйыл балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеүгә, матди-техник базаны яңыртыуға ҙур күләмдә финанс ярҙам алынған. Ҡеүәтле техника менән тәьмин ителеү хеҙмәткәрҙәрҙең эшен күпкә еңеләйткән
Балыҡтар күрше өлкәләргә лә оҙатыла башлаған. Дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе - ҡасандыр бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡ эшен тергеҙеүгә булышлыҡ иткән. Ғөмүмән, республикала быйыл «Агростартап» программаһы буйынса 266 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста ҡатнашыуға ярты меңгә яҡын заявка ҡабул ителә, уларҙың бер өлөшөнә матди ярҙам күрһәтелә.
Киләһе йыл «Агростартап» буйынса дәүләт ярҙамы тағы ла күберәк булыр тип күҙаллана, хужалыҡтарға 280 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Программа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе хужалыҡтарға ҙур терәк.
Гөлназ Хәйбуллина.