Яңы йылға бүләк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шаран ауылы мәктәбендә өҫтәмә корпус төҙөлөшө тамамлана. «Мәғариф» милли проектына ярашлы, учреждениела 250 балаға күберәк уҡыусыны ҡабул итергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бинала ашхана ла киңәйтелә. Быға тиклем балалар бер нисә төркөмгә бүленеп уңайһыҙ шарттарҙа туҡланырға мәжбүр була. Мәктәптә монтаж эштәре тамамланғас, ғинуарҙан малай-ҡыҙҙар яңы корпуста белем ала башлаясаҡ.

Бөгөнгө көндә мәктәптә 787 бала белем ала. Былтыр 754 уҡыусы ине. Быйыл 33 балаға күберәк буласағын иҫәпкә алып мәктәпте киңәйтергә тип килештек.

Сергей Петров, Шаран ауылы мәктәбе

Шаран ауылы мәктәбен төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 240 млн һум аҡса бүленә. Төп корпустарҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырыу ҡаралған. Бынан тыш, малай-ҡыҙҙарға спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар йыһазландырыла. Мәктәп майҙанында хоккей һәм баскетбол түң-әрәктәре ойошторолор тип көтөлә.

Объектта төҙөкләндереү эштәре  90 процентҡа теүәлләнгән. Биҙәү эштәре тамамланғас та корпус файҙаланыуға тапшырыла. Ғинуарҙа балалар яҡты, матур, иркен мәктәптә уҡый башлар тип өмөтләнәбеҙ.

Олег Трофимов, прораб

Флорида Ким.