Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты үтте. Коллектив “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” тигән программаны тәҡдим итте. Унда “Зарифа”,”Өс таған”, “Ете ҡыҙ” кеүек классик башҡорт бейеүҙәре, шулай уҡ рус, черкесс яңы хореографик композициялары күрһәтелде. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ла ике бейеү тәҡдим ителде. Радий Хәбиров концерттан һуң ансамбль бейеүселәре менән аралашты. Башҡортостан Башлығы яңы костюмдар алыуҙа булышлыҡ итергә вәғәҙәләне һәм ансамблде етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы.