Күгәрсен районы Дауыт-Ҡайып ауылында ағас йортта ут сыҡҡан. Төтөнгә янғын иҫкәртеү датчигы эшләп киткән. 83 йәшлек инәй өйҙән сығып өлгөргән, әммә 56 йәшлек ир һәләк булған. Янғын йортта тәмәке тартыуҙан сығыуы ихтимал, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.