Башҡортостан спортсылары ҡышҡы триатлон буйынса Рәсәй Кубогында еңеү яуланы

Турнир Алтай крайында үтте. Унда 10 төбәктән спортсылар ҡатнашты. Триатлонсылар йүгереү, велосипед һәм саңғыла уҙышта көс һынашты. Өлкәндәр араһында Салауат ҡалаһынан Рәмил Исламов, үҫмерҙәрҙән Өфө районынан Таисия Алексеева һәм Илнар Хәбибуллин алтын миҙалға лайыҡ булды.