Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Луганск халыҡ республикаһының дәүләт наградаһы менән бүләкләнде

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙал тапшырыу тураһында указға Луганск республикаһы етәксеһе Леонид Пасечник ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, Радий Хәбировҡа бүләк ике төбәк араһында тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға индергән өлөшө өсөн бирелә. Указда Башҡортостан Башлығының тарихи хәтерҙе һаҡлауҙағы фиҙаҡәрлеге лә телгә алына.