Финанс министрлығы 11 ай һөҙөмтәләре буйынса ҡаҙна үтәлеше менән таныштырҙы. Тупланма бюджет былтырғы ошо осорға ҡарағанда, яҡынса 8 процентҡа күберәк тулыланған. Әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле һалым йыйыу кәмегән. Ҡаҙна аҡсаһы башлыса социаль өлкәгә йүнәлтелә.