Башҡортостан ирекмәндәре илдә иң яҡшылары исемлегендә

Рәсәй Волонтерлыҡ үҙәктәре ассоциацияһы уҙып барған йылға йомғаҡ яһаны. Башҡортостан Ирекмәнлеккә булышлыҡ итеү ресурс үҙәге илдә иң яҡшыларҙан тип танылды. Республика буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Рәсәй Президенты наградаһын тапшырҙы. Башҡортостан Волонтерлыҡ хәрәкәте үҙәге етәксеһе Илшат Бикҡолов әйтеүенсә, ирекмәндәр сафына ҡушылыусылар йылдан-йыл арта.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Коронавирус пандемияһы шарттарында ирекмәнлек хәрәкәте ҙур әһәмиәткә эйә булды. Волонтерҙар мөһим эштәр башҡарҙы. Илшат Бикҡолов дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Республикала ирекмәндәр өсөн дәүләт наградаһы булдырылды. Йыл һайын иң әүҙемдәр һәм яҡшылар “Башҡортостан волонтеры” тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнә.